Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Февраль 2023, 13:00

Улар - мәңге хәтерҙә

Асҡын районының Ҡашҡа ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәргә таҡтаташтар асылды

Улар - мәңге хәтерҙә
Улар - мәңге хәтерҙә

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Асҡын районының Ҡашҡа ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәргә таҡтаташтар асылды.

Контракт буйынса хеҙмәт иткән ефрейтор Илнур Ғабтрахманов һәм рядовой Дауыт Ғилмийәров Ҡашҡа урта мәктәбен тамамлай. Улар Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Биргән анттарына аҙҙаҡаса тоғро ҡалып, хәрби задание үтәгәндә һәләк була.

Тантаналы митингта район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Ҡашҡа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Ғәләүетдинов, райондың ветерандар Советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, Афғанстан ветерандары Союзының Асҡын районындағы йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Азат Әхмәтйәнов, Дауыт Ғилмийәровтың туғаны Юлай Ғилмийәров, Илнур Ғабтрахмановтың атаһы Назим Уәғитйән улы ҡатнашты.
Таҡтаташтар мәктәп бинаһының алъяғына урынлаштырылды.

Ҡаһарман ауылдаштары иҫтәлегенә Ҡашҡалар саңғы ярышы ла ойошторҙо.

"Ҡашҡа-Fest" тип аталған сәләмәтлек һәм спорт байрамында иһә олоһо-кесеһе халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән арҡан тартышыу, гер күтәреү, санала, саңғыла, һәм заманса тюбингтарҙа уҙышыу буйынса көс һынашты. Байрамға тәмле былау һәм хуш еҫле самауыр сәйе лә әҙерләнгәйне

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: