Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Февраль 2023, 22:30

"Өйгә ҡайтҡандай булдыҡ..."

Яугирҙәр өсөн Хәйбулла халҡы әҙерләгән күстәнәстәр яҡташтарына имен-һау барып еткән.

"Өйгә ҡайтҡандай булдыҡ..."
"Өйгә ҡайтҡандай булдыҡ..."

Республиканың һәр ауыл һәм районынан махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарға әҙерләнгән ярҙам имен-һау барып еткән. Күп яугирҙәр үҙҙәренә тәғәйенләнгән посылкаларҙы алып һөйөнгән, тыуған яҡтарынан килгән хат сәләмдәрен уҡып ҡыуанған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының депутаттар советы рәйесе Тимур Рәмов Салауат Юлаев исемендәге батальонға яҙылып, әле яу яланында. Ил һағында йөрәгән Тимур Рямовтан да рәхмәт һүҙҙәре килеп еткән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Көн һайын тиерлек районыбыҙ ауылдарынан яу ҡырындағыларға төрлө ярҙам килеп тора. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уны тәғәйен ергә алып барып еткерергә йә берәй нисек ебәреү яйын табырға тырышабыҙ. Бына бөгөн ил һағында йөрөгән яҡташыбыҙ Тимур Дәүләткилде улы Рәмовтан сәләм хәбәре килеп төштө: "Алтын утта, кеше ауырлыҡта һынала, тигәндәй, Хәйбулла районы халҡы һынатманы. Беҙ райондаштарыбыҙ ебәргән посылкаларҙы алып ҡыуандыҡ. Йылҡы итенән яһалған тушенкаларҙан аштар бешереп ашап, ҡырҡылған туҡмастарынан ауыҙ иткәс, өйгә ҡайтҡандай булдыҡ. Райондаштарым, һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙгә көс-ҡеүәт бирҙегеҙ! Беҙ имен-һау әйләнеп ҡайтырбыҙ!"- тигән ул.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: