Хәтерләһәгеҙ, бынан бер нисә көн элек гәзитебеҙ төркөмөнә бер баланың атаһын тыуған көнө менән ҡотлап хат яҙыуы һәм бер мең аҡса ебәреүе хаҡындағы видеояҙманы урынлаштырғайныҡ. Бәхеткә күрә, хат яҙған баланың атаһы табылған. Был хаҡта күрше Татарстандың "Челнинские известия» гәзите хәбәр итә.
Баҡтиһәң, хаттың авторы Әминә исемле ҡыҙ икән. Ул атаһын 39 йәше менән ҡотлаған булған. Хат тураһындағы видеоны ҡыҙҙың атаһы күреп ҡала. Хат яҙған баланы эҙләгән хәрбиҙәр яңы видео төшөргән. Унда Әминәнең атаһы битараф булмаған кешеләргә рәхмәт әйтә һәм ҡыҙының хатын күрһәтә.
Бына бит хат та табылды, ҡыҙҙың бүләге лә атаһына барып етте.
Фото: intertat-tatar