Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Февраль 2023, 11:00

Ике улын да юғалтты...

Икенсе улы ла махсус хәрби операцияла һәләк булған.

Ике улын да юғалтты...
Ике улын да юғалтты...

Сибай ҡалаһында йәшәгән Тамара Владимировнаның иңенә күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғы ятты: уның икенсе улы Сергей ҙа махсус хәрби операцияла һәләк булған. Был хаҡта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"10 февралдә махсус хәрби операция мәлендә яҡташыбыҙ Сергей Николаевич Губанов һәләк булды. Былтыр декабрь айында беҙ уның ағаһы Роман Мамошкин менән хушлашҡан инек. Улар икеһе лә "Вагнер" шәхси хәрби компанияһы менән контракт төҙөгән булған.

Әсә өсөн ике улын да юғалтыу оло ҡайғы һәм уның әрнеүен бер нисек бөтөрөү мөмкин түгел. Беҙ Тамара Владимировнаны ташламаясаҡбыҙ һәм хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ.

Сергейға мәңгелек дан һәм Тыуған илде һаҡлағаны өсөн яҡташтарынан рәхмәт!" - тигән ул.

Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 
Автор: Карима Усманова
Читайте нас