Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Февраль 2023, 10:00

Рөстәм Нәбиев орден менән бүләкләнде!

Башҡортостандың ҡыйыу һәм ныҡлы рухлы егетенә награданы ил Президенты Владимир Путин тапшырған.

Рөстәм Нәбиев орден менән бүләкләнде!
Рөстәм Нәбиев орден менән бүләкләнде!

Билдәле блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың уны Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләүен хәбәр итте.

«Мин, спорт вәкиле булараҡ, үҙемдең тауҙарҙағы экспедициялар аша уның барыбыҙҙы ла берләштереүен һәм кешеләр араһындағы бәйләнеште һаҡлауын күрһәтәм. Рәсәйҙә милләттәр бик күп, шулай уҡ мине башҡа илдәрҙән тиҫтәләрсә мең спортсы күҙәтә һәм эшмәкәрлегем кешеләрҙе дәртләндерә, халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн хеҙмәт итә. Был награда өсөн рәхмәт белдерәм һәм тыуған илемдең вәкиле булыуыма шатмын!», - тип яҙған  блогер.

Беҙ ҙә Рөстәмде юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ныҡлы рухлы булып ҡалыуын теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: