Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Февраль 2023, 22:30

Яугир ғаиләһенә утын ярып биргәндәр

Баймаҡ районының Темәс мәктәбе уҡытыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хеҙмәттәшенең ғаиләһенә утын ярып биргән.

Яугир ғаиләһенә утын ярып биргәндәр
Яугир ғаиләһенә утын ярып биргәндәр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү туҡталмай. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Темәс ауылында урындағы мәктәп педагогтары үҙҙәренең коллегаһына - ире махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан география уҡытыусыһына ярҙам итә.

- Идея ҡапыл тыуҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә яҡшы эш башҡарҙыҡ, коллегабыҙға ярҙам да иттек, махсус хәрби операцияға ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, - ти уҡытыусы ир-егеттәр.

Ир-егеттәр татыу һәм берәгәйле эшләгәс, бер машина утынды бер көндә ярып та ҡуйғандар.

Фото: Темәс ауылы төркөмәнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: