Сибай егете миномет һәм танк уты аҫтында яу яланынан яралы хеҙмәттәшен сығарған.
Шайморатов исемендәге батальон яугире, кесе сержант Рәдиф Әхмәтов Угледар йүнәлешендә контузия алған. Шуға ҡарамаҫтан, ул хәрби заданиены үтәүен дауам иткән. Бүлексә командиры менән бергә миномет һәм танк уты аҫтында яу яланынан яралы хеҙмәттәштәрен сығарған. Яугир госпиталгә ебәрелгән
Яҡташыбыҙ батырлығы өсөн Суворов миҙалына тәҡдим ителгән.
Бына бит ул яугир егеттәребеҙ бер ҡайҙа ла үҙҙәрен һынатмай. Рәдифкә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Афарин, Сибай батыры!
Фото: Телеграм каналы.