Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
28 Февраль 2023, 18:00

Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар

Был хаҡта район башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә.

Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар
Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтары янына барасаҡтары хаҡында яҙған.

"Район-ҡала халҡы ярҙамында гуманитар йөк туплана: яугирҙәр һорауы буйынса эске кейем, шәхси гигиена әйберҙәре, бирсәткәләр, батарейкалар,  дарыуҙар, тәмәке, консервалар кеүек кәрәкле әйберҙәр йыйыла. Йөктә шулай уҡ мейестәр, итектәр, газ баллондары, бензобысҡылар, генераторҙар, портатив плитәләр, рулонлы фольгоизолон да тупланған. Иң ҡәҙерлеһе - егеттәргә адреслы посылкалар, хаттар ҙа буласаҡ. Яугирҙәрҙең ғаиләләре һәм яҡындары уларға иң кәрәкле әйберҙәр тупланы.

Шулай уҡ гуманитар ылау составында ике УАЗ автомобиле бар. Белорет эшҡыуарҙары Фазыловтар яугирҙәргә үҙҙәренең УАЗ-ын бушлай тапшырҙы. Икенсе автомобиль район халҡы һәм эшҡыуарҙары  ярҙамында һатып алынды. Икеһе лә ентекле әҙерләнеп, кәрәкле комплект, запас тәгәрмәстәр менән тәьмин ителде. Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм әҙерләүҙә Белорет районы Советы депутаты, "Аккорд Авто" техник хеҙмәтләндереү станцияһы етәксеһе Николай Аверьянов ярҙам күрһәтте.

Ауыл биләмәләре әүҙем ярҙам итә. Ауыл халҡы аҡса йыйыуҙа үҙ өлөшөн индерә, ойоҡбаш бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, маскировка селтәрҙәре үрә, оҙайлы һаҡлауҙағы аҙыҡ-түлек тапшыра. Яугирҙәр менән аралашып, беҙҙең яҡташтарға ярҙам итеүҙең матди һәм әхлаҡи яҡтан  ни тиклем мөһим булыуын күрҙем. Улар даими рәүештә хәүеф зонаһында, дошман менән һуғыша. Беҙҙең ҡеүәтләү уларға бик ярҙам итә. Ә хаттар, хәбәрҙәр көс өҫтәй. Балаларҙың хаттарын йылмайып уҡыйҙар. 14-се гимназия уҡыусылары класташына теләктәш белдереп (уның атаһы махсус хәрби операцияла) һәм бына инде икенсе тапҡыр уға исемле посылка әҙерләне. Беҙгә ярҙам иткәндәрҙең һәммәһенә лә мөһим һәм изге эштәре өсөн рәхмәт белдерәм!" - тип яҙған район башлығы.

Белорет халҡының эскерһеҙ ярҙамы өсөн рәхмәт, уларҙың әҙерләгән гуманитар ылауҙары имен-һау яҡташтарына барып етһен!

Фото һәм сығанаҡ: Андрей Иванютаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар
Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар
Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар
Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар
Яугирҙәргә йәнә ике "УАЗ" оҙаталар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: