Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Март 2023, 14:45

Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай

Радий Хәбиров арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Александр Доставалов менән Роман Афанасьев тураһында яҙҙы. 

Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырҙы. Ул арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Александр Доставалов менән Роман Афанасьевҡа арнала.

“Бөгөн, 1 мартта, Чечняла Аргун тарлауығында тиңһеҙ алышҡа баҫҡан Псков десантсыларының ҡаһарманлығы тураһында иҫкә төшөргөм килә. Был 23 йыл элек булды. Һәләк булғандар араһында беҙҙең егеттәр, Өфөнән гвардия майоры Александр Васильевич Доставалов һәм Бәләбәй районынан гвардия кесе сержанты Роман Сергеевич Афанасьев та бар ине.

Александр Доставаловҡа үлгәндән һуң фиҙакәрлеге һәм батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме, ә Роман Афанасьевҡа (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены бирелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, Бәләбәй районының "Глуховская" шифаханаһы ауылындағы урта мәктәпкә Роман Афанасьев исеме бирелгән, ошонда уҡ мемориаль таҡтаташ бар. Гвардия кесе сержанты Роман Афанасьевҡа Псков ҡалаһында һәйкәл ҡуйылды.

Гвардия майоры Александр Доставалов Рәсәй оборона министры бойороғо менән Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия дивизияһының 104-се парашют-десант полкының 5-се ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индерелде. Өфөләге Еңеү паркында XX быуаттың локаль һуғыштарында һәләк булған Башҡортостан кешеләре һәйкәлендә Александр Доставаловтың да исеме уйып яҙылған. Ишембайҙа Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусына ошо геройҙың исеме бирелде. Шунда уҡ уның бюсы ҡуйылған.

Беҙҙең көндәрҙә Александр Доставаловтың исеме айырым бер мәғәнә менән яңғырай. Уның исеме бирелгән өс башҡорт ирекле батальонының береһе махсус хәрби операция бурыстарын намыҫ менән үтәй.

Яҡташтарыбыҙ һәр саҡ Ватаныбыҙҙы лайыҡлы яҡланы.

Һәләк булған геройҙарға мәңгелек дан! Һәм уларҙың хәрби эшен дауам итеүселәргә дан!” – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Бөгөн уның исеме башҡаса яңғырай
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: