Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Март 2023, 10:00

Герой партаһы булдырылды

Махсус хәрби операция барышында һәләк булған Азамат Булат улы Хәбибуллиндың исемен туған мәктәбендә мәңгеләштерҙеләр.  

Герой партаһы булдырылды
Герой партаһы булдырылды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Дыуан-Мәсетле мәктәбендә Шайморатов класы Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин менән осрашты. Осрашыу 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор М.М. Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуына 80 йыл тулыуға арналды.

Махсус хәрби операция барышында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы Хәбибуллин Азамат Булат улына «Герой партаһы» асылды. Ижади конкурстар, предмет олимпиадалары, ғилми-ғәмәли конференциялар һәм ярыштар еңеүселәренә һәм призерҙары Гөлназ Алхәйҙәрова һәм Фирҙәүес Мөхәмәтоваға «Герой партаһы» а тәүгеләрҙән булып ултырыу хоҡуғы бирелде.

Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан!

Сығанаҡ: vk.com/club20916055

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: