Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Март 2023, 22:00

"Ул мине һөйрәп сығармаһа, иҫән ҡалмаҫ инем..."

Башҡортостан егеттәре Малаховтың тапшырыуында осрашты.  

"Ул мине һөйрәп сығармаһа, иҫән ҡалмаҫ инем..."
"Ул мине һөйрәп сығармаһа, иҫән ҡалмаҫ инем..."

Бөгөн "Рәсәй1" телеканалында барған “Малахов” тапшырыуында Башҡортостан хәрбиҙәренә арналған ҡыҙыҡлы тапшырыу булды. Унда яҡташыбыҙ, 40 йәшлек Евгений Волк үҙен махсус хәрби операция зонаһында ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарған хеҙмәттәшен эҙләй ине.

21 йәшлек Артур Ғәлиев “Волк”ты ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарған. Тәүге тапҡыр тәжрибәле хәрби саҡ “лепесток”ка баҫмаған. Быны күреп ҡалып өлгөргән Артур уны этеп өлгөрә. Икенсе тапҡыр иһә, снаряд шартлауы бинаны емерә һәм Евгений уның аҫтында ҡала. Волк контузия ала һәм иҫен юғалта башлай. Ә йәш иптәше үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, уны емереклектәр аҫтынан сығара һәм хәүефһеҙ урынға алып бара.

– Әгәр ул мине һөйрәп сығармаһа, мин, моғайын, үлгән булыр инем. Емереклектәр араһынан үҙем сыға алмаҫ инем, – ти Евгений Волк.

Ир һөйләүенсә, ул яңыраҡ госпиталдән сыҡҡан һәм яңынан алғы һыҙыҡҡа барырға әҙер. Тик унда киткәнсе үҙен ҡотҡарыусыны табып, рәхмәт әйтергә теләгән. Тик эш шунда, Волк егеттең фамилияһын белмәгән. Журналистар иһә егеттәргә осрашырға ярҙам иткән. Шуныһы: Артур Ғәлиев ҡаты алыштарҙың береһендә уң ҡулын юғалтҡан. Ә иптәшен ҡотҡарыуҙы ул геройлыҡ тип иҫәпләмәй, "минең урында кем булһа ла шулай итер ине" ти.

Тапшырыу барышында егеттәр үҙҙәренең хәле, Артурҙың ҡулын юғалтҡандан һуң үҙен нисек тойоуы, Евгений ни өсөн кире алғы һыҙыҡҡа барырға теләүе тураһында һөйләне. Тапшырыуҙы “Смотрим” платформаһында ҡарарға була.

Фото: скрин-шот.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: