Республикала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арнап төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә "Ашҡаҙар" гәзите приздарына шахмат буйынса Асыҡ ҡала турниры үткән.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, сара шахматта иң-иңдәрҙе асыҡлап ҡына ҡалмаған, ә йәш быуында Тыуған ил, Ватансылыҡ төшөнсәһенә бермә-бер иғтибар арттырған. Сараны ойоштороусы "Ашҡаҙар" гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров билдәләүенсә, турнир йөҙҙән ашыу шахматсыны йыйған.
"Ярышта республиканың көньяғынан алты йәштән алып туҡһан йәшкә тиклем йөҙҙән ашыу шахматсы ҡатнашты. Был көндө шахматсылар ярышып ҡына ҡалманы, ә махсус хәрби операцияла һәләк булған офицер, Стәрлетамаҡ егете Олег Ташматовтың атаһы отставкалағы офицер Закир Ташматовтың батыр улы хаҡында һөйләгәндәрен тыңланы.
Уйын аҙағында еңеүселәрҙе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугире Сергей (Каха) бүләкләне", - тип хәбәр итә коллегабыҙ Рәмил Мансуров.
Фото һәм сығанаҡ: "Ашҡаҙар" гәзите.