Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Март 2023, 14:00

Әсә йөрәк ауазын яҙып ебәргән

Шишмә районынан Венера Миңлейәрова махсус хәрби операцияға улын оҙатҡан ине...

Әсә йөрәк ауазын яҙып ебәргән
Әсә йөрәк ауазын яҙып ебәргән

Өс бала әсәһе Венера Миңлейәрова махсус хәрби операцияға улын һағынып шиғыр яҙған. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Яҙҙар етте, улым һаман ҡайтмай,
Иҫән генә йөрө, сабыйым!
Үҫтергәндә теләмәнем дә мин
Яҙмыш беҙҙе шулай һынауын.


Алыҫ ерҙә, көслө ут эсендә
Йөрөй беҙҙең ғәзиз балалар.
Эй, Хоҙайым, ишет, ярҙам итсе,
Әсе йәштәр күҙҙән тамалар.


Яугирҙәрҙе көтә һөйгәндәре,
Атай, әсәй, көтә туғандар.
Берүк иҫән ҡайтығыҙсы, балам,
Илгә тоғро ҡалған уландар.

Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтерҙек тә,
Ут эсенә инде балалар.
Иламайса түҙеп булһа икән,
Иҫән ҡайтығыҙсы, батырҙар!

Фото: В. Миңлейәрова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: