Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ғәзиз Мөхәмәҙиевтең яҡты иҫтәлегенә арнап таҡтаташ асылған. Ул Ғәзиз уҡыған Өмөтбай мәктәбенә ҡуйылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Ғәзиз Мөхәмәҙиевтең ғүмере уҙған йылдың октябрендә, 18 генә йәшендә, өҙөлдө. Баймаҡ халҡы батыр улы менән 12 октябрҙә хушлашты. Мәрхүмде яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары тик яҡшы яҡтан иҫкә ала, “алсаҡ, тырыш, ярҙамсыл булды” ти уның тураһында уҡытыусылары ла.
Ғәзиз дүрт ул тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫә.
- Улдарымдың береһе лә хәрби хеҙмәттән ситләшмәне. Ғәзиз дә әрмегә ашҡынды. “Уҡы әле, берәй ҙурыраҡ уҡыу йортона инеп ҡара” тиһәк тә, “юҡ, әсәй, мин тәүҙә хеҙмәт итеп ҡайтам”, тине. Медицина юлын һайлау тураһында ла уйланды, - ти Ғәзиздең әсәһе Альбина ханым.
Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн Ғәзиз Мөхәмәҙиев үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградлана.
Яугирҙең йәне йәннәт түрендә булһын!
Фотолар: veteranrb.ru
Сығанаҡ: Баймаҡ-ТВ