Дуҫтар! Башҡортостан Республикаһы исеменән үҙ ирке менән тыуған илен яҡларға теләгән егеттәребеҙгә, шулай уҡ әле хәрби хеҙмәт үтәгән, тиҙҙән дембель булғандарға мөрәжәғәт итәм.
Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа ирекле хәрәкәт яңы һулыш алды. Дүшәмбенән Даян Мурзин исемендәге һәм “Төньяҡ амурҙары” исемле Башҡортостандан 4-се һәм 5 -се батальон ойоштороу штабы эшләй башланы. "ВАТАН" башҡорт ирекле отрядының беренсе взводы фронтҡа китергә әҙер булыуын да беләм. Был - ир-егеттәребеҙҙең юғары илһөйәрлек, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби йолаларына тоғролоҡ күрһәткесе. Халыҡ геройы Фәнис Хөсәйеновтың: “Әсәйҙәр беҙҙе өйҙә ятырға тыуҙырмаған!” тигән һүҙҙәренә ҡушып, “Тыуған ил саҡыра!" - тип әйтергә мөмкин.
Әлеге ваҡытта армия һәм флот сафында бик күп егеттәребеҙ хеҙмәт итә, улар йөрәк ҡушыуы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракттар төҙөргә планлаштыра. Мин уларҙы демобилизацияланырға һәм өйҙәренә ҡайтырға, ә үҙ ҡарарҙарын Ватанды һаҡлау өсөн Башҡортостандың ирекле подразделениеларында бойомға ашырырға саҡырам. Унда улар яҡташтары менән бергә республикабыҙҙы данлаясаҡ, ә үҙҙәре һәм уларҙың ғаиләләре Башҡортостандан төрлө яҡлап ярҙам аласаҡ. 200 мең һум түләү, тәүлегенә 2 мең аҡса - был Рәсәйҙең Оборона министрлығы түләүҙәренә яҡшы өҫтәмә буласаҡ.
"ВАТАН" отряды командиры, “САМУРАЙ” ҡушаматлы уҙаман, 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе уның отрядына ҡушылырға саҡыра. Әлеге ваҡытта беренсе взвод йыйылған, икенсеһен туплау бара. Хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың барыһы ла белә: ул ғәҙел, ҡыйыу, ысын хәрби тәжрибә туплаған һәм алғы һыҙыҡта алышҡан командир. Юғары командалыҡтан да ярҙам мөһим, был да бар. Республика шулай уҡ яңы ирекле отрядтарҙың яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә вәғәҙә итә.
“ВАТАН” махсус подразделениеһының нигеҙен хәрби тәжрибәле, "ҡыҙыу нөктәләр"ҙе үткән яугирҙәр тәшкил итәсәк. Алғы һыҙыҡҡа эләккәнсе ватансылар 2-3 аҙна әҙерлек үтәсәк.
“ВАТАН” сафына Тыуған илен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә әҙер булған бөтә сәләмәт ир-егеттәр саҡырыла.
Бәйләнеш һәм махсус бүлексәгә яҙылыу өсөн телефон: 7 937 343-54-15 "Дим".
Фото: “Башҡорт батальоны” төркөмө.