+21 °С
Облачно


Тамъян-Таймаҫ ауылының "Аҡтирәк" башҡорт фольклор коллективы ағинәйҙәре махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәргә туҡмас ҡырҡҡандар һәм бауырһаҡ бешергәндәр.
Изге ниәт менән башҡарылған эш, бик тиҙ һәм еңел эшләнә.
"Әҙерләгән күстәнәстәребеҙ, ир-егеттәребеҙгә көс-дәрт өҫтәһен, рухтарын нығытһын. Ил-көндәребеҙ тынысланып, егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған яҡтарына, ғаиләләре янына, тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар," - тигән изге теләк ине, һәр ағинәйҙең күңелендә.
Сығанаҡ: vk.com/public192892053