Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының социаль төркөмөндә "Шатлыҡ йәштәре" тип аталған бик матур пост урынлаштырылған. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яугирҙең - дауахананың фельдшерҙарының улдары тыуыуҙары тураһында хәбәр ителә.
"Сибай ҡалаһы дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлеге фельдшеры Ғәлиән Байгускаровтың һәм ошо уҡ дауаханың Урал арьяғы клиника-диагностик үҙәгенең фельдшеры Илмир Бүләкәновтың улдары тыуҙы.
"Ҡыуаныслы ваҡиға менән беҙҙең егеттәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен ҡотлайбыҙ. Шундай иҫ киткес ваҡиға менән тәбрикләп, сәләмәтлек, бәхет һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Ысын патриоттар тәрбиәләрһегеҙ, малайҙар аталары менән ғорурланыр, тип ышанабыҙ.
Үҙегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ, тиҙҙән ҡайтырһығыҙ! Өйҙә ғаиләләрегеҙ һәм, әлбиттә, хеҙмәттәштәрегеҙ һеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтә! " – ти Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре.
Фото һәм сығанаҡ: Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.