Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Март 2023, 08:00

Һалдат әсәһе яугирҙәргә ярҙамға 100 мең һум аҡса биргән

...Илсур яҡындарына хатты йыш яҙа. Үҙе уларҙан ҡайҙа хеҙмәт итеүен йәшерә. Бер аҙҙан асыҡланыуынса, 19 ғына йәшлек һалдат...

Һалдат әсәһе яугирҙәргә ярҙамға 100 мең һум аҡса биргән
Һалдат әсәһе яугирҙәргә ярҙамға 100 мең һум аҡса биргән

Көйөргәҙе районында йәшәгән Мәүлиҙә Мәҡсүтованың улы Илсур мәктәп йылдарынан әүҙем, тормошто яратыусан, шуҡ малай була. Ауылдаштары уның клубта "Ҡара йөҙҙәр" спектаклендә уйнағанын әле лә һағынып иҫкә ала. Ғәмһеҙ бала саҡ, күңелле мәктәп йылдары йәһәт кенә үтеп тә китә. Чечнялағы һуғыш барыһын да селпәрәмә килтерә.

Илсур, әсәһен хәстәрләп, хатты йыш яҙа. Үҙе яҡындарынан ҡайҙа хеҙмәт итеүен йәшерә, аҙаҡҡа тиклем әйтмәй. Һуңыраҡ 19 йәшлек кенә һалдаттың Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыуы асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мина ярсығынан яраланып һәләк була. Бөгөн һалдаттың хаттары Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһы музейында һаҡлана.

Ошо көндәрҙә Чечняла һәләк булған егеттең әсәһе бар йыйған аҡсаһын район хакимиәтенә алып барып тапшырған. Хакимиәт был аҡсаға генератор, төҙөлөш материалдары, шөрөп-борғостар һатып алып, фронтҡа ебәрәсәк.

Улын юғалтҡан әсә бөгөнгө хәрби махсус операцияның ауырлығын һәм мөһимлеген аңлай. "Тәүҙә был аҡсаны балалар йорттарына тапшырырға уйланым. Әммә бөгөн беҙҙең өсөн, балаларыбыҙ, тыуған илебеҙ өсөн һуғышҡан һалдаттар бар бит. Шуларға аҡсамды ебәрергә булдым", - ти ил ҡайғыһын күтәрешеүгә өлөш индергән оло йөрәкле, изге күңелле Мәүлиҙә Мәҡсүтова.

Көйөргәҙе ағинәйенең был аҙымы оло хуплауға лайыҡ. Һалдат әсәһенә сабырлыҡ, күңел тыныслығы, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото һәм текст сығанағы: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: