Ил Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә тейешле ваҡытта отпуск бирелеп торорға тейеш.
Ошо көндәрҙә "Фартовый" ҡушаматлы яугир ҙә тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Ул әсәһенә сюрприз эшләргә теләй һәм, ҡараңғы төшкәс, рауза сәскәләренән ҙур гөлләмә тотоп тыуған йортона ашҡына. Әммә әсә йөрәге түҙәме ни, һиҙмәйме ни...
Был хаҡта "Бәйләнештә"ге "Благовар хәбәрҙәре" төркөмөндә хәбәр ителә. Видеояҙмала күренеүенсә, яугирҙең әсәһе күҙ йәштәрен тыя алмай, уның өсөн иң мөһиме - улының иҫән һәм сәләмәт булыуы.
Ысынлап та, яугирҙең ҡушаматы, гүйә, уның яҙмышына йоғонто яһай: ике тапҡыр үлемдән ҡала. Тәүгеһендә пуля каскаһы аша үтеп китеп, әжәл тырнағынан һаҡлап ҡалһа, икенсе мәртәбә снаряд унан бер нисә аҙым алыҫлыҡта ярыла. Нисек кенә булмаһын, "Фартовый"ға ла, башҡа яугирҙәргә лә тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтырға насип булһын!
Фото: видеонан скриншот.
Видеояҙма "Благоварские вести" төркөмөнән.