Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Март 2023, 22:30

Яугирҙәргә нимәләр кәрәк?

 Был турала ялға ҡайтҡан егеттәр ни һөйләй? Бензобысҡы, генератор, биҙрә һәм тағы ла...

Яугирҙәргә нимәләр кәрәк?
Яугирҙәргә нимәләр кәрәк?

Әле республиканың күп район һәм ҡалаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялға ҡайта. Яугирҙәр менән район һәм ҡала хакимиәте етәкселеге осрашыуҙар үткәрә, ундағы хәл-ваҡиғалар менән таныша, уларға иң кәрәк нәмәләр асыҡлана.

Кисә Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тә ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашҡан. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мобилизацияланған яҡташтар менән осраштыҡ. Яугирҙәр үҙҙәренең хеҙмәте, фронтта уларға тағы нимә кәрәклеге тураһында һөйләне. Мәҫәлән, генераторҙар, бензобысҡылар, улар өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары, һыу өсөн биҙрәләр, плёнкалар һәм башҡа кәрәк нәмәләр. Бөтә теләктәр тиҙҙән ойоштороласаҡ сираттағы гуманитар конвойҙа мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ.

Уларҙың кәйефе күтәренке. Бөтә район халҡына ярҙам иткәндәре өсөн бик ҙур рәхмәттәрен әйттеләр.
Беҙ бында ярҙам итеү өсөн мөмкин булғанын эшләрбеҙ. Егеттәргә еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйбеҙ", - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Билдәле булыуынса, республиканан яугирҙәргә ярҙам даими туплана, уларға кәрәк-яраҡ, төрлө әйберҙәр гуманитар ылау менән оҙатыла.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: