Ҡариҙел районында йәшәгән Гөлнара Солтанова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенсәлекле яҙма менән уртаҡлашты. Уның ире әле Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан хәрби үҙенең һөйөклө ҡатыны менән ҡыҙына сәскә гөлләмәләре тапшырыуҙы ойошторған һәм ошо фотоны ла ебәргән. Пулялар ярҙамында "Ҡатын, мин һине яратам!" тип сәләм яҙған ул. "Һалҡын пуляларҙан теҙеп яҙылһа ла, был һүҙҙәр йәнгә йылылыҡ бирә", - ти Гөлнара. Ул шулай уҡ ҡәҙерле кешеһенә арнап пост та ҡуйған. "Яҡын кешебеҙ бына шундай матур гөлләмәләр ебәрҙе. Пуляларҙан яҙыу... Ҙур рәхмәт! Тиҙерәк ҡайтыуыңды көтәбеҙ!!!" тип яҙҙы Гөлнара.
Гөлнараның һәм ғәзиз ирҙәрен, атайҙарын, улдарын көткән һәр кемдең изге теләктәре тормошҡа ашһын! Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын!
Фото: Гөлнара Солтанованың шәхси сәхифәһе.