Геройҙар дәүере
9 Март 2023, 15:00

"Әйтер һүҙем ҡалды..."

"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын Сибай йырсыһы Фларид Бирғәлин башҡара.

"Әйтер һүҙем ҡалды...""Әйтер һүҙем ҡалды..."
"Әйтер һүҙем ҡалды..."

 Махсус хәрби операциялағыларҙың гимнына әүерелгән “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын Сибай йырсыһы Фларид Бирғәлин башҡара. 

Кейек ҡаҙ юлдары

Гөлфиә Шакирова һүҙҙәре,

Гүзәлиә көйө.

 Йәнем моңдар тулы,

Әйтер һүҙем ҡалды.

Бер мәлдә барыһы

Юғалды, юғалды.

Ҡайҙарҙа, ҡайҙарҙа,

Бөгөн һин ҡайҙарҙа?

Ҡайҙан эҙләйем һине,

Ҡояштан, айҙарҙан?

 Ҡушымта:

 Кейек ҡаҙ юлдары

Юғары, юғары.

Исемеңде ҡабатлап,

Һанайым йондоҙҙарҙы.

 Үткәндән яуапты,

Беләмен, эҙләйһең.

Күп нәмә үҙгәрҙе,

Ник шуны һиҙмәйһең?

Мин башҡа, һин башҡа,

Теймә һин яҙмышҡа.

Күңелдәр оҡшаған

Яралы аҡҡошҡа.

 Ҡушымта:

 

Кейек ҡаҙ юлдары

Юғары, юғары.

Исемеңде ҡабатлап,

Һанайым йондоҙҙарҙы.

Сығанаҡ: vk.com/oskon_1932, vk.com/wall-155724872_3997

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас