Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Март 2023, 19:00

УАЗ машинаһы юлға әҙер!

Уны яугирҙәргә кемдәр ебәрә?

УАЗ машинаһы юлға әҙер!
УАЗ машинаһы юлға әҙер!

Билдәле булыуынса, махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеү маҡсатында бар республика буйлап ирекмәндәр штабтары булдырылды. Илештә лә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге оператив штаб эшләп килә.

Район халҡы махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташ яугирҙәренә ярҙам итеү маҡсатында берләшеп, бик әүҙем эш алып бара. Битараф булмаған граждандар, эшҡыуарҙар, төрлө ойошмалары булышлығында гуманитар йөк йыйыла. Шулай уҡ яугирҙәргә “Урал” һәм “Урожай” ауыл хужалығы предприятиелары әҙерләгән УАЗ автомобилдәрен, Исәмәт ауылы халҡынан тәгәрмәсле мунсаны, УАЗ Hunter машинаһын ебәргәндәр.

Алдағы аҙнала Илеш районының һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ир-егеттәре ярҙамында алынған тағы бер УАЗ автомобиле махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.

Фото: Илеш районы хакимиәте.

Видео: vk.com/hadimullin

УАЗ машинаһы юлға әҙер!
УАЗ машинаһы юлға әҙер!
УАЗ машинаһы юлға әҙер!
УАЗ машинаһы юлға әҙер!
УАЗ машинаһы юлға әҙер!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: