8 март алдынан Бөрйән районына ялға ҡайтҡан яугир ауылдаштарына шәп бүләк эшләгән! Был хаҡта Яуымбай ауылы китапханаһы төркөмөндә хәбәр ителә.
"Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ Фәйез Ураҙғолов, әле ялға ҡайтыу форсатынан файҙаланып, ҡатын-ҡыҙҙарға, ауылдаштарына ҙур бүләк яһаны - бушлай концерт ҡарау мөмкинлеге булдырҙы.
Сара барышында райондың ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев телмәр тотто. Ауыл халҡын йырсы Баязит Байназаров та ижадташ дуҫтары менән берлектәге сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Ауылдаштар исеменән Фәйез Ураҙғоловҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ҡайҙа ғына барһаң да, имен генә йөрө! Донъябыҙ тыныс, һәммәгеҙ ҙә һау-сәләмәт булығыҙ!" - тиелә төркөмдәге яҙмала.
Фото: Яуымбай ауыл мәҙәниәт йорто төркөмө.