Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Март 2023, 21:40

Хәрбиҙәр һәм ғаиләләре иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 33 ярҙам сараһы булдырылған.

Хәрбиҙәр һәм ғаиләләре иғтибар үҙәгендә
Хәрбиҙәр һәм ғаиләләре иғтибар үҙәгендә

13 мартта видео конференция бәйләнеше режимында Волга буйы федераль округы төбәктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең социаль адаптацияһы өлкәһендә саралар комплексын тормошҡа ашырыу һорауҙары буйынса кәңәшмә үтте. Уны Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының сәнәғәт һәм сауҙа буйынса комитеты рәйесе Владимир Гутенев алып барҙы.

Төбәктәрҙә бындай саралар комплексы буйынса тәжрибәләре менән Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров, Ульяновск өлкәһе губернаторы  Алексей Русских, Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм башҡалар уртаҡлашты.

- Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү һорауҙары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә. Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан төбәктәргә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары комплексын тәьмин итеү ҡушылған. Уны үтәү сиктәрендә былтыр 11 октябрҙә Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса саралар планы ҡабул ителде. Ярҙам махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә лә ҡағыла, - тине Максим Забелин.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 33 ярҙам саралары күрелә. Улар финанс, медицина, көнкүреш, юридик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Мәҫәлән, бөгөнгә 5 -11-се кластарҙан 2413 уҡыусы һәм 542 урта һөнәри белем биреү студенттары белем биреү учреждениеларында бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгән.

Фото: vatandash.ru

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: