"Таң" гәзите яҙыуынса, Белорет ҡалаһында йәшәүсе Бөрйән ҡыҙы (Бәләкәй Ҡыпсаҡта тыуып үҫкән) Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡаһарманова махсус хәрби операцияла яраланған яугирҙәргә йылы һәм йомшаҡ аяҡ кейемдәре әҙерләй. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙа.
"Дондағы Ростов ҡалаһы госпиталендәге яралы һалдаттарға кейеҙ башалтайҙар әҙерләйем. Тәүге бер нисә парҙы баҫыуҙа уҡыусы ҡыҙҙар һәм коллегам ярҙам итте. Был партияны, 10 парға тултырып, ошо ялда ебәрәм, Алла бойорһа.
Тик уҡыусымдың инәһе Нажиә Динислам ҡыҙы биргән һарыҡ йөнө бөтөп бара. Өс парға етер, моғайын.
Шуға күрә кемдең көҙгө һарыҡ йөнө бирергә мөмкинлеге бар, ярҙам итеп ебәрмәҫһегеҙме, тигән уй менән яҙам был посты.
- Тырыша торғас, булдырҙым бит. Тәки тултырҙым ун парға теге башалтайҙарҙы. Өйрәнгәнем - үҙемә, башалтайҙар - һалдаттарға. Аяҡтарын ғына түгел, күңелдәрен дә йылытһын. Алған дауаларының хәйерле шифалары насип булһын үҙҙәренә", - тип яҙған Сәриә Ҡаһарманова.
Белорет оҫтаһының йылы башалтайҙарын кейгән һәр яралы яугирҙең аяҡтары йылынһын, күңелдәре күтәрелһен!
Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән.