Башҡортостанда Росгвардияның Салауат Юлаев исемендәге батальоны ирекмәндәре “Туғандар” документаль фильмының геройҙарына әйләнгән, уны RT телеканалы төшөргән.
“Был - үҙ теләге менән фронтҡа киткән геройҙар – ағайҙарыбыҙ, ирҙәребеҙ, атайҙарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ, дуҫтарыбыҙ - тураһында фильм. Бөтә Рәсәй буйынса көн һайын йөҙҙәрсә ябай ир-егет махсус хәрби операцияға ирекмән булып яҙылырға килә. Кемдәр улар һәм ниңә фронтҡа барырға хәл иткәндәр?” — ти кино төшөрөүселәр.
Патриотик фильмда илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән һәм ҡурҡмайынса үҙ теләге менән тыуған илен яҡларға баҫҡан ир-егеттәр тураһында һүҙ бара.
"Беҙ еңербеҙ! Был хаҡта шикләнмәйбеҙ!” – ти Салауат Юлаев исемендәге ирекле отрядтың “Агроном” исемле яугире.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Росгвардияның беренсе ирекле батальоны булдырылды. Бүлексә тәртип һаҡлау ғәскәрҙәре ветерандары тәҡдиме буйынса төҙөлә һәм Башҡортостан Республикаһының милли геройы Салауат Юлаев исемен йөрөтә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Росгвардия”ның матбуғат хеҙмәте.