Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Март 2023, 05:30

Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме

Район халҡы сираттағы ылауҙы әҙерләп ебәрҙе. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан Әбүбәкер ауылы халҡы яугирҙәргә нимә һалған?

Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Хәйбулла районынан сираттағы гуманитар йөк махсус операция зонаһына юлға сыҡты. Был турала хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы.
 
"Егеттәр менән бәйләнеш тотабыҙ, улар заявкала кәрәкле нәмәләрҙе үҙҙәре күрһәтте. Көн дә кәрәкле тауарҙарҙан тыш, улар иҫәбендә көнкүреш тауарҙары, төҙөлөш һәм бензоинструменттар, Әбүбәкер ауылы халҡынан күҙәтеү өсөн тепловизор бар. Яугирҙәргә уҡыусыларҙан хаттар тапшырыла. Быларҙың барыһын да Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә егеттәргә тапшырасаҡбыҙ. Уларға ярҙам итеү - уртаҡ бурысыбыҙ. Ир-егеттәребеҙҙең барыһын да еңеү менән көтәбеҙ!" - тигән Рөстәм Динислам улы.
Тыуған яҡ сәләмдәре һәм күстәнәстәре яугирҙәргә көс-ҡеүәт өҫтәһен, барыһына ла имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип булһын!
Фото һәм текст сығанағы: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.
 
Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Хәйбулланан - тыуған яҡ сәләме
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: