"...Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән"...
Башҡорт халыҡ йыры "Ғайса".
Уйлы заман
Уллы әсәләргә – уйлы заман.
Яугир оҙатҡанға – бигерәк!
Улар менән бергә уйланмаған,
Уфтанмаған кеше бик һирәк.
Көнөн-төнөн ҡылған беҙҙең доға
Һалдаттарҙың булһын ҡалҡаны.
...Өҙгөләнеп бөгөн һәр кем теләй
Тыныс илдә ҡояш ҡалҡҡанын!
Әсәһенең оло йөрәккәйен
Йөрәгенә улы иш итһә;
"Иҫән генә әйләнеп ҡайт!" тигән
Һүҙен саҡрым аша ишетһә:
Икеләтә ғәйрәт артып китер
Ҡуш йөрәкле ғәййәр яугирҙә.
Изге доғаларҙың, теләктәрҙең
Белә көсөн, бәҫен яу гиҙгән.
Аҡ күгәрсен булып, шат хәбәрҙәр
Илде иңләп тиҙҙән осорҙар.
"Һин дә еңеүсе!" – тип уландары
Ғәзиз әсәләрен ҡосорҙар.
Амин!
Фото: vk.com/bashbat