Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Март 2023, 16:00

Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты

Сибай һәм Баймаҡтан - сираттағы гуманитар йөк.

Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты
Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты

Бөгөн, 19 мартта, Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк оҙатылды. Уны Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы эшҡыуарҙары менән берлектә Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстар берләшмәһе әҙерләгән.

Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берләшмәһе рәйесе Радик Бакиров белдереүенсә ,гуманитар йөктө туплауҙа эшҡыуарҙар Арыҫлан Байрамғолов, Илсур Нәбиуллин һәм Руслан Таһиров, шулай уҡ «Риадент» стоматология клиникаһы директоры Айнур Исҡужин ярҙам күрһәткән. Улар яугирҙәргә окоп төҙөүҙә һәм башҡа нәмәләр өсөн тотоноуға 30 кубометр ағас-таҡта һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләгән.

«Таҡтаның ҙур партияһын оҙатабыҙ. Заявканы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәрҙән алдыҡ. Гуманитар йөк Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға ебәрелә. Бынан тыш, хәрбиҙәргә күсмә мунса, һыуытҡыс, яғыулыҡ-майлау материалдары, кәрәкле инструменттарҙы ла алып киләсәктәр. Урал аръяғының өс эре эшҡыуары ярты миллион һумға яҡын гуманитар йөк йыйҙы. Фура бөгөн көн уртаһында юлға сыға, беҙ уны үҙебеҙ оҙатып йөрөйәсәкбеҙ», - тине Радик Бакиров.

Был - Урал аръяғынан Донбассҡа юлланған өсөнсө гуманитар йөк. Бынан алдараҡ Башҡортостан яугирҙәре яҡташтарынан 2022 йылдың декабрендә һәм хәҙерге йылдың ғинуарында ярҙам алды. Улар теҙмәле карауаттар, инструменттар, запас частар һәм махсус ҡорамалдар алған.

Радик Бакиров әйтеүенсә, уның бер нисә иптәше - Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берләшмәһе ағзалары - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Улар араһында эшҡыуар, ауыл биләмәһе башлығы һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры бар.

Әйткәндәй, Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берләшмәһе Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондары һәм Сибай эшҡыуарҙарын берләштерә. Йәмәғәтселәр тыуған яҡҡа һәр саҡ ярҙам күрһәтә.

«Әүҙемселәребеҙ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ҡарттар йортона ярҙам итә. Спорт саралары үткәрәбеҙ, Башҡортостандың спорт федерациялары, Спорт министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ярыштарҙы һәм башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Бынан тыш, мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ. Әлбиттә, коронавирус инфекцияһы пандемияһы ваҡытында ла әүҙем эшләнек», - тине Радик Бакиров.

Фото: "Башинформ".

Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты
Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты
Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты
Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты
Урал аръяғы эшҡыуарҙары яугирҙәргә таҡта оҙатты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: