Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Дүртөйлө ауылы халҡы махсус хәрби операция зонаһында яугирҙәр өсөн "ВАЗ 2131" автомобиле һатып алыуы хаҡынды хәбәр итә.
"Техниканы Павлов Данил, Трофимов Андрей, Ҡадиров Вилсур һәм Лобанов Николай үҙҙәре алып килде.
Автомобиль һатып алыу идеяһын, сығымдарҙың ҙур өлөшөн үҙ өҫтөнә алған яҡташыбыҙ, Руслан Трофимов тәҡдим иткән. Уның башланғысын дуҫтары, туғандары һәм Дүртөйлө ауылы халҡы хупланы. Техника менән бергә Дүртөйлө ауылы халҡы балаларға тәмле күстәнәстәр һәм кәрәкле ҡорамалдар тапшырҙы.
Билдәләп үтергә кәрәк, Дүртөйлө ауылы халҡы һәм унда тыуып үҫкәндәр ебәргән тәүге гуманитар йөк түгел. Күптән түгел Трофимов Вадим һәм Трофимов Андрей махсус хәрби операция зонаһына ҡиммәтле квадрокоптер алып барҙы.
Дүртөйлө ауылы халҡына һәм унда тыуып үҫкәндәргә битараф булмағандары һәм ҙур дөйөм эшкә - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә", -ти яҙған Фидан Ишемғолов.
Афарин, шарандар!