Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Март 2023, 22:00

Һалдатты бөтә ауыл ҡәҙерләп оҙатты

Шайморатовсыларға гуманитар ярҙам ебәргәндән һуң, Иҫке Аҡҡолай егетенең үтенесе ауыл старостаһына тынғылыҡ бирмәй... 

Һалдатты бөтә ауыл ҡәҙерләп оҙатты
Һалдатты бөтә ауыл ҡәҙерләп оҙатты

Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылы халҡы  Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында үҙ теләге менән былтыр йәйҙән алып хеҙмәт иткән ауылдаштарын ҡыҫҡа ғына ялдан һуң тағы ла ҡәҙерләп оҙатты, тип яҙа “Альшеевские вести” гәзите.

Яугирҙе  йәнә махсус хәрби операцияға лайыҡлы оҙатыу өсөн, ҡатын-ҡыҙ өмә ойоштороп, 65 йомортҡанан ҡамыр баҫып, туҡмас ҡырҡа. Дарыу үләндәрен ҡаптарға һала. Кемдер быҡтырылған ит, ҡаҙ, ҡорот, ҡаҡ,  консервалар, кемдер санитария-гигиена әйберҙәре, ойоҡбаш, кейем-һалым килтерә. Ауылдаштарының күңел йылыһы һалып әҙерләгән посылкалары менән егет алғы һыҙыҡҡа, хеҙмәттәштәре эргәһенә  йүнәлгән.

– Шайморатовсыларға гуманитар ярҙам ебәргәндән һуң, Аҡҡолай егетенең үтенесе  тынғылыҡ бирмәне. Уны оҙатҡанда “беҙ, тылдағылар, тағы нимә менән ярҙам итә алабыҙ?” тигән һорауыбыҙҙы бирҙек. Ул төнгө күреү прицелының кәрәклеген, тик бик ҡиммәт тороуын  әйтте, - тип һөйләне ауыл старостаһы Әлфиә Солтанова.

Тынғыһыҙ ҡатын ярҙам һорап  ауылдаштарына, ситтә йәшәгән яҡташтарына, йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренә мөрәжәғәт итә. Кем күпме булдыра ала, шунса ярҙам итә. Уларҙың араһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, композитор Альфред Яҡшымбәтов та бар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 200 мең  һум тирәһе аҡса йыйыла. Тепловизор һатып алынып, егеттең хеҙмәттәштәре аша  адресатҡа оҙатылған.

– Ауылдаштарыма, Иҫке һәм Бәләкәй Аҡҡолай халҡына, ауыл советы буйынса күрше Фән ауылы кешеләренә, айырыуса клуб мөдире Рәмзиә Ниғмәтуллинаға, ”Раевская” ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Илгиз Свечниковҡа, фермер Руслан Ахуновҡа, Булат Төхвәтуллин етәкселегендәге йәмәғәт ойошмаларына ҙур рәхмәт. Ветерандар финанс яҡлап та, башҡа төрлө лә күп ярҙам күрһәтте. Мәҫәлән, Азат Йәһүҙин үҙе барып ҡорамалды һайлап, һатып алып ҡайтты. Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә уңыштар юлдаш булһын. Доғаларыбыҙ уларҙы пуля һәм снарядтарҙан һаҡлаһын, улдарыбыҙ әсәләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, – тип теләк белдерҙе Әлфиә Минулла ҡыҙы.

Фото: силовой блок.

Фәнүзә Сәләмова.

 Әлшәй районы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: