Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Март 2023, 15:20

Яугир ауылдаштарына ҙур бүләк алған!

Әле махсус хәрби операция биләмәһендә булыуына ҡарамаҫтан...

Яугир ауылдаштарына ҙур бүләк алған!
Яугир ауылдаштарына ҙур бүләк алған!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ялға ҡайта, ауылдаштары менән осраша, төрлө изге эштәр башҡара.

Күптән түгел Әбйәлил районының Ҡужан ауылына ялға ҡайтҡан яугир Риф А. отпуск ваҡытында ауылдаштары өсөн бушлай концерт ойошторһа, әле яу биләмәһендә булыуына ҡарамаҫтан, тағы ла тыуған төйәге халҡына шәп бүләк эшләгән - урындағы клуб өсөн музыка аппаратураһы һатып алған!

Ауыл халҡы яугиргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, уның, шулай уҡ барлыҡ ир-егеттәребеҙҙең махсус хәрби операция биләмәһенән имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләй.

Фото: "Ҡужан ауылы" төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: