Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Март 2023, 18:00

“Башҡалар беҙгә көнләшеп тә ҡарай"

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Марат Зөлҡәрнәев ниҙәр хаҡында һөйләне? Уның артабанғы пландары ниндәй?

“Башҡалар беҙгә көнләшеп тә ҡарай"
“Башҡалар беҙгә көнләшеп тә ҡарай"

Ватанды яҡлау өсөн ҡулына ҡорал алып, махсус хәрби операцияға юлланған бр төркөм яугирҙәрҙең ҡыҫҡа ялға ҡайтып төшөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Улар араһында Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы советы ағзаһы өлкән лейтенант Марат Зөлҡәрнәев та бар.

“Һәр ир-егет Тыуған илен һүҙ менән түгел, ә эше менән илде яҡларға тейеш", ти яугир. Уның әйтеүенсә, бронь алырға мөмкинлеге булһа ла, яуға барырға, Ватанды яҡлаусылар сафына баҫырға ҡарар итә. “Тыуған еребеҙ яҙмышы хәл ителгәндә тәүәккәл булырға, бер нәмәнән ҡурҡмаҫҡа һәм алға ынтылырға кәрәк,” – ти Марат Миңлеғәле улы.

Марат Зөлҡәрнәев хеҙмәт иткән полк 99 проценты менән Башҡортостан вәкилдәренән тора икән. Улар октябрҙән алып махсус хәрби операция зонаһында. Марат Миңлеғәле улы әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән, контракт хеҙмәтен, локаль һуғыштарҙы, “ҡыҙыу нөктә"ләрҙе үткән егеттәр менән бергә булыуы ышаныслы ла, мәртәбәле лә.

“Бергә хеҙмәт иткән егеттәрҙең рух ныҡлығы юғары кимәлдә, сөнки республикабыҙҙың ярҙамын тоябыҙ, – ти ул. – Радий Фәрит улына, Хөкүмәт башлыҡтарына, йәмәғәт ойошмалары етәкселәренә, эшҡыуарҙарға гуманитар, матди һәм рухи ярҙам өсөн ҙур рәхмәт”.

“Башҡа төбәктәрҙән килгән егеттәр беҙгә көнләшеп тә ҡарай, сөнки блокпостар аша үткәндә Башҡортостандан көн һайын тиерлек посылкалар килгәнен күреп торалар бит. Хатта республиканан бер-ике генә егет булған частарға ла ярҙам барып етә”, – ти ул.

Билдәле тарихсыбыҙҙың тырышлығы менән Запорожье өлкәһендә музей һәм китапхана булдырылған. Был учреждениеларҙа хәҙер беҙҙең республикаға ҡағылышлы материалдар ҙа байтаҡ, ти ғалим. Ул Азат Шамил улы Бадрановҡа ла ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтле.

Ялға ҡайтҡан состав тиҙҙән тағы яу урынына юлланасаҡ. “Минең планда – хәрби хеҙмәтте дауам итеү”, – ти Марат Зөлҡәрнәев.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: