Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
25 Март 2023, 15:30

"Һәләк булған батырҙарыбыҙҙың балаларын бөтә республикабыҙ күтәрәсәк"

Радий Хәбиров Асҡын районында махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарына ошо хаҡта белдерҙе

"Һәләк булған батырҙарыбыҙҙың балаларын бөтә республикабыҙ күтәрәсәк"
"Һәләк булған батырҙарыбыҙҙың балаларын бөтә республикабыҙ күтәрәсәк"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашып, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең – Ренат Джангалиевтең, Илнур Ғабтрахмановтың, Илгиз Фәтхисламовтың, Дауыт Ғилмийәровтың һәм Рөстәм Ғиндуллиндың ата-әсәләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм республика үҙенең яугирҙәрен хәтерләйәсәк, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрәсәк, тип билдәләне.

– Һеҙҙең балалар – ысын геройҙар, улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәне. Барыбыҙ ҙа улар менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ. Беҙ һәләк булған балаларҙың ата-әсәләренә ярҙам итергә ҡарар иттек. Мәҫәлән, улар республика кардиология үҙәгендә реабилитация һәм дауалау курсын үтә ала. Күптәр был программанан файҙаланған да инде. Яугирҙәрҙең ғаиләләре тураһында хәстәрлек минең шәхси күҙәтеүем аҫтында. Һәм, әлбиттә, был – район һәм ҡала башлыҡтарының туранан-тура бурысы. Улдарығыҙ тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә ҡушам. Һеҙ беләһегеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡарары менән хәби комиссариатта ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү дәүләт фонды булдырыла. Бер ай эсендә ул беҙҙең республикала ла эшләй башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы сержант Рөстәм Ғиндуллиндың ата-әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн хәрби хеҙмәткәр үлгәндән һуң бүләкләнде.

– Ғаиләләрҙә мәсьәләләр күп, беҙ уларҙы хәл итәсәкбеҙ. Һәләк булған батырҙарыбыҙҙың балаларын бөтә республикабыҙ күтәрәсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров осрашыуға йомғаҡ яһап.

Шул уҡ көндө төбәк етәксеһе Асҡында махсус хәрби операцияла һәләк булған сержант Илшат Сәмиевтың ғаиләһен барып күрҙе. Радий Хәбиров яугирҙең әсәһе һәм ҡатыны менән аралашҡанда ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм республика үҙенең батырын бер ҡасан да онотмаясағын билдәләне.

Радий Хәбиров яугирҙең ҡатыны Мәҙинә Шәүҙи ҡыҙына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Илшат Сәмиев батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң бүләкләнде. Геройҙың әсәһе Рузалия Фидай ҡыҙы Башҡортостан Башлығына ауыр осорҙа ярҙам иткәне һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре хаҡында шәхси хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: