Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
25 Март 2023, 09:00

Луганск уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре тапшырылды

Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берләшмәһе рәйесе Радик Бакиров хәбәр итеүенсә...

Луганск уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре тапшырылды
Луганск уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре тапшырылды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы эшҡыуарҙары менән берлектә Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстар берләшмәһе әҙерләгән гуманитар йөк оҙатылды.

Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берләшмәһе рәйесе Радик Бакиров белдереүенсә, гуманитар йөктө туплауҙа эшҡыуарҙар Арыҫлан Байрамғолов, Илсур Нәбиуллин һәм Руслан Таһиров, шулай уҡ «Риадент» стоматология клиникаһы директоры Айнур Исҡужин ярҙам күрһәткән. Улар яугирҙәргә окоп төҙөүҙә һәм башҡа нәмәләр өсөн тотоноуға 30 кубометр ағас-таҡта һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләгән ине. Ярҙамды егеттәр үҙҙәре оҙатып барып, бер юлы Петровский ҡалаһының генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбендә булған. Был хаҡта Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берләшмәһе рәйесе Радик Бакиров үҙе хәбәр итә.  

"Петровскиҙа Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп уҡыусыларының  М. Шайморатов тураһында шиғырҙар һәм йырҙарҙын ғорурланып тыңланым, сара аҙағында мәктәпкә башҡорт балалар костюмдарын бүләк иттем", -тип яҙған үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Радик Бакиров.

Башҡорт халҡы һәр саҡ, ил иңенә ятҡан ауыр осорҙарҙа берҙәмлек өлгөһө булды - йыл буйына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре, Донбасс халҡы өсөн башҡарылған төрлө яҡлы йөҙҙәрсә изге ғәмәлдәр ошоға миҫал. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныс тормошобоҙҙо яҡлаған ватандаштарыбыҙ кеүек, беҙ әле лә берҙәм һәм маҡсатлы: республика етәкселеге һәм халҡы башҡарған оло эштәр тағы ла берҙе шуны иҫбатлай.

Луганск уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре тапшырылды
Луганск уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре тапшырылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: