Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән уларҙың туғандары араһында телекүпер ойошторолдо, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Телеконференцияны реаль ваҡыт режимында Оборона министрлығы Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак етәкселегендәге Махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса парламент координация төркөмө булышлығында ойошторҙо.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, республика Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Хөсәйенов сәләмләне. “Һеҙ әле үк геройҙар. Алда - еңел булмаған юл. Бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ. Һеҙҙең иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ”, - тине Михаил Блажевич.
Әсәләр, ҡатындар, атайҙар, ағайҙар, мобилизацияланғандарҙың балалары үҙҙәренең көнкүреше тураһында һөйләне, дәртләндереү һүҙҙәре әйтте. Яугирҙәр аралашыуға бик шат ине.
“Мине яҡындары махсус хәрби операция зонаһында булғандар ғына аңлар, моғайын. Бик ныҡ ҡайғырҙым, шулай ҙа иламаҫҡа тырыштым. Илаһам, иремә ауыр буласағын аңлайым. Бөгөн уны видео аша күрә алыуыма шатмын, эргәлә генә торғандай булды. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығына был мөмкинлек өсөн ҙур рәхмәт. Яҡын кешеңдең иҫән-һау булыуы бәхет”, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты хәрбиҙең ҡатыны Римма Фәтхетдинова.
Республика военкоматында ярты йыл эсендә был – икенсе телекүпер. Шуны билдәләргә кәрәк, Рәсәйҙең Оборона министрлығы шәхси составтың рухын күтәреү маҡсатында уларҙың ғаиләләре менән ныҡлы бәйләнештә тора, ошондай телекүперҙәрҙе даими үткәрә.
Фото: Башҡортостан Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте.