Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Март 2023, 15:50

"Төшөбөҙгә инә тыуған йорт..."

2022 йылдың октябренән алып махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташыбыҙ ниндәй күңел кисерештәрен еткерҙе?

"Төшөбөҙгә инә тыуған йорт..."
"Төшөбөҙгә инә тыуған йорт..."

"Өйгә!" тип аталған һалдат йырын гитараға ҡушылып башҡарған яугир төшөрөлгән видеояҙма социаль селтәрҙәрҙә киң таралды.

Яҙыуҙарынса, ул - яҡташыбыҙ: Көйөргәҙе районынан. Махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырылған. 2022 йылдың октябренән алып хеҙмәттә. Гитараға ҡушылып башҡарған йыр менән ул күңел кисерештәрен еткерә.

Билдәле һалдат йырында "әсәйҙәребеҙ беҙҙе күҙ йәштәре менән ҡаршы алыр", "тыуған йорт йыш төшөбөҙгә инә" кеүек һүҙҙәр бар. Әсәйҙәр улдарын ҡыуаныстан күҙ йәштәрен түгеп ҡаршы алһын, барлыҡ яугирҙәребеҙгә үҙ йорттарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, тип теләйбеҙ.

Видео сығанағы: vk.com/wall-156878095_247760

Фото - видеонан скриншот.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас: