Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта башланы. Дүртөйлө районы яугирҙәре лә өйҙәренә ҡайтҡан. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов ошондай осраҡтарҙың береһе тураһында социаль селтәрҙә яҙған.
Билдәле булыуынса, был ир махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса былтыр сентябрҙә саҡырылған. Өйөндә уны ауырлы ҡатыны менән өлкән ҡыҙы көтөп ҡалған. Ә бына ялға ҡайтҡан саҡта уны өсәүләп ҡаршы алғандар: өс ай элек хәрби ирҙең тағы бер ҡыҙы тыуған.
“Сабыйымды бөгөн тәүге тапҡыр ҡулыма ала алдым. Хистәрҙе аңлатып бөтөп булмай!”, – ти йәш атай. Беҙ ҙә был оҙаҡ көткән осрашыуға бик шатбыҙ. Ғаилә бергә йыйылған – тағы нимә ошонан да һәйбәтерәк була алһын!” – тип яҙған Риф Йосопов.
Фото: "Бәйләнештә".