Ике аҙналыҡ ялдан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре махсус хәрби операция урынына юлланды. Уларҙы оҙатырға баш ҡала хәрби комиссариаты янына туғандары, яҡындары йыйылды. Егеттәр тейешле урынға уңайлы автобустарҙа барып етәсәк. Ә инде кире юлда унда икенселәр ялға ултырып ҡайтасаҡ.
Хәрби зонаға йыйыныусыларҙың кәйефе көр.
“Отпуск ғаилә янында яҡшы үтте. Кәйеф яҡшы. Еңеү менән ҡайтырбыҙ әле. Тик яҡшыға ышанабыҙ”.
“Яҡындар янында иркенләп ял иттем, көс йыйҙым. Ә хәҙер беҙҙе тегендә дуҫтар көтә. Барыһы ла яҡшы буласаҡ”.
”Тыуған илде һаҡлаусы“ тигән һөнәр бар бит, беҙ уны яҡларға китәбеҙ”.
Юлға сығыусыларҙың барыһының да уй-фекере, теләктәре бер төрлө. Уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.