Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
28 Март 2023, 23:30

Яугирҙәргә рәхмәт белдерҙе

Радий Хәбиров Благовещен районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашты.

Яугирҙәргә рәхмәт белдерҙе
Яугирҙәргә рәхмәт белдерҙе

28 мартта Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бәләкәй Ватанына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашты. Уларҙың барыһы ла Благовещендан мобилизацияланған һәм Ҡазанда хәрби әҙерлек үтеп, махсус хәрби операция зонаһында мотоуҡсылар полкының бер ротаһында хеҙмәт итә.

Яугирҙәр уларҙың икәүһенә яраланғандан һуң отпуск биргәндәрен һөйләне. Улар хәрби госпиталдәрҙә дауалана. Республика Башлығы, кәрәк булһа, өҫтәмә реабилитациялауҙа ярҙам итергә әҙербеҙ, тип белдерҙе.

– Апрель башында беҙ отпускка килгән мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ҙур төркөмөн ҡаршылаясаҡбыҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Муниципалитет башлыҡтарына яугирҙәребеҙҙе лайыҡлы ҡаршы алырға ҡуштым. Улар ғаиләләре менән ваҡыт үткәрергә теләй. Әгәр яугирҙәрҙә хеҙмәт йәки көнкүреш буйынса һорауҙар тыуһа, беҙ уларҙы тиҙ арала хәл итәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ яугирҙәрҙең ғаиләләренең нисек йәшәүе, уларға өҫтәмә ярҙам кәрәкме-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, был йәһәттән бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Яугирҙәр республикаға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә даими иғтибар һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: