Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
28 Март 2023, 12:00

Зәңгәр томандар артында...

"Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ йыйылып киткәс..." 

Зәңгәр томандар артында...
Зәңгәр томандар артында...

“Зәңгәр томандар артында,

Бик алыҫтарҙа ҡалһам да,

Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп,

Тыуған яғым, һине һағынып,

Йөрәккәйем әрнеп янғанда”.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин башҡарған был йырҙы республикабыҙҙа белмәгән кеше бармы икән? Бер нисә быуын йәштәр тыңлап үҫте бит уны. Хәҙер иһә был йыр, егеттәргә рух өҫтәп, махсус хәрби операция барған биләмәлә лә яңғыраны.

Күптән түгел Рөстәм Ғиззәтуллин райондаштары, ижадташ дуҫтары һәм эшҡыуарҙар менән егеттәребеҙ янына барып ҡайтты.

“Эстрадабыҙҙың күп кенә артистары һүҙ менән генә түгел, ә эш менән дә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы илебеҙ һаҡсыларын хуплай. Яҡташыбыҙ Рөстәм Ғиззәтуллин алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәр алдында сығыш яһаны.

Графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, йырсы Ватанды һаҡлаусыларға сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеү өсөн ваҡыт тапты”, – тип яҙҙы был турала йырсының яҡташы, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Рөстәм Ғиззәтуллин үҙе бер комментарийында: "Концерт ҡуйыу планда булмағайны, шулай ҙа егеттәр йыйылып киткәс, бер нисә йыр башҡарып, тыуған яғыбыҙҙан сәләм еткерҙек", - тигән.

Егеттәребеҙгә сабырлыҡ, түҙемлек, таһыллыҡ, көс-ҡеүәт, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.

Видео Дамир Мостафиндың сәхифәһенән (vk.com/mustafin1959?w=wall503199399_14725)

Фото - видеонан скриншот.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: