Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
30 Март 2023, 07:50

"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."

Ошолай тип ҡаршы әйткәндәргә Стәрлебаш ҡыҙҙары нимә тип яуаплай? Уларға иҫке тундар, драп пальтолар, шинелдәрҙе ҡайҙарҙан ебәрәләр? 

"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."
"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."

Стәрлебаш ҡыҙҙарының махсус хәрби операцияға даими ярҙам иткәне тураһында яҙып торабыҙ. Яңыраҡ улар бер нисә яугирҙең үтенесе буйынса Шайморатов папахы (кавалерия кубанкаһы) тегә башлағайны. Хәҙер ошо йүнәлештә эштәре тағы ла йәнләнгәнен күрәбеҙ. Был хаҡта “Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ” ирекмәндәр хәрәкәтенең Стәрлебаштағы ойоштороусыһы Эльвира Хәмиҙуллина яҙҙы.

“Күптәр беҙҙән, оҫтаханала кемгә папаха тегәһегеҙ, тип һорай. Һуғышҡанда ул кәрәкмәй бит, тышынан каска кейеп булмай, тиҙәр.

Йылыла, өйҙә ултырып, махсус хәрби операция тураһында яңылыҡтарҙы ҡарап, яугирҙәргә нимә кәрәк, ә нимә юҡ икәне хаҡында һүҙ йөрөтөү еңел. Күптәр яугирҙәребеҙҙең Тыуған илен, ғаиләһен һағыныуын, буш ваҡыты ла барлығын онотоп ебәрә.

Башта папахаларҙы мобилизацияға эләгеп, отпускка ҡайтҡан ҡайһы бер егеттәребеҙҙең үтенесе буйынса тегә башлағайныҡ. Хәҙер инде 30-ға яҡын баш кейеме таратылды. Башҡа райондарға ла ебәрәбеҙ, әммә тәү сиратта үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ.

Был башлыҡтар яугирҙәребеҙгә - бәләкәй Ватанының бер өлөшө, яҡташтарының хәстәрлеген тойоу, рухын нығытыу өсөн.

Оҫтаханабыҙҙа был йүнәлештең кураторы - Илнара Дәүләтшина. Эштә яһалма һәм тәбиғи тире ҡулланыла. Яһалма менән еңелерәк, мин уны киҫеп һатып алам, ә тәбиғи тире - үҙебеҙҙең райондан, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ошо маҡсатта бүләк ителгән иҫке тундарҙан. Шулай уҡ иҫке шинелдәр, драп пальтолар (хатта Мәскәүҙән һәм Сыктывкарҙан шинель һалынған бер нисә посылка алдыҡ).

Ҡайһы берҙә беҙгә фотоһүрәттәр һәм рәхмәт хаттары килә. Тимәк, Шайморатов папахалары балалар яҙған хаттар, яҡташтарҙан күстәнәстәр кеүек үк кәрәк! Беҙ эшебеҙҙе дауам итәбеҙ”, - тип яҙҙы Эльвира Хәмиҙуллина.

Сығанаҡ: vk.com/elviraham

"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."
"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."
"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."
"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."
"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."
"Һуғышҡанда папаха кәрәкмәй бит..."
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: