Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
31 Март 2023, 20:30

Бер ғүмер етмәй икән...

Сая Фәнис Хөсәйенов хаҡында очерк.

Ишекте туҡылдатып өйгә инәм. Бында йылы, һалҡын тышта ҡалды кеүек. Кеүек. Иҙән уртаһына балалар уйынсыҡтары һибелгән. Иң тәүҙә шул күҙгә салынды һәм рәхәт булып китте, тимәк, ғүмер дауам итә, тормош ҡайнай. Мейес йылыһы бәрелде. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡ йүгереп килеп ҡаршыға туҡтаны. Мөлдөрәп ҡарай. Ботинкамдың бауын ысҡындырған арала:

 

– Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, ҡайғы­ғыҙҙы уртаҡлашам, ҙур ҡайғы. Ваҡытһыҙ килдегеҙ, тип асыулана күрмәгеҙ инде, зинһар, – тим, үҙем сабыйға ҡарап йылмаям.

– Эйе, ауыр мәл инде, нишләй­һең, һеҙҙең дә эш... – тине хужа­бикә. Күҙендә, йөҙөндә ни тиклем һағыш булһа ла, бар булмышынан ниндәйҙер йылылыҡ, нур бөркөлә. Бар әсәйҙәрҙең дә шулай һағышлы көлөүендә лә, күҙ һирпеп алыуында ла барыбер һәр саҡ ҡояш ярсығы һаҡлана кеүек. Тормошто яратып бала баҡҡандан, кинәнеп донъя көткәндән тулышҡан, йыйылған нур-йылылыҡ ҡайғы-һағыш бәреп ингәндә лә барыбер ҡапыл ғына сайҡалып, түгелеп китмәйҙер, күрәһең, киреһенсә, тормошҡа булған мөхәббәт менән әсе ҡайғы бергә ҡушылып, ҡатын-ҡыҙҙың бөйөклөгө, илаһилығы ла йөҙөнә, булмышына өҫкә нығыраҡ ҡалҡып, балҡып сыҡҡандай миңә. Кеҫәмдән шоколад алып бирәм. Дөрөҫөрәге, мөлдөрәп ҡарап торған сабыйҙың хәлен аңлап, өләсәһе йәшереп кенә миңә шоколад тоттора. Уңайһыҙ, бик уңайһыҙ, әлбиттә. Башҡорт өйгә буш ҡул менән инмәй ҙә. Таңғы алтыла сығып киткәйнек, бер ергә лә туҡтарға форсат теймәне, Тәтешле районы хакимиә­тенән юлда уҡ ҡаршы алып, бында ваҡытында алып килделәр, шуға кибеткә... Мин күстәнәсте йәшереп кенә алам да балаға һонам, уның нисек шатланыуы! Һуңынан, әлбиттә, хата төҙәтелер.

– Ейәнсәрегеҙме?

– Эйе, Әминә, – тине хужабикә.

Өй ҙур ғына. Боронғо икәнен буялған бүрәнәләрҙән, ишек яғына һыйынған оло мейестән, ағас рамлы тәҙрәләрҙән аңларға була. Унан беҙ үҫкәндәге өйҙәрҙә була торған ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, киң күңеллелек тойола. Карауат, диван, ике кресло күренә, түрҙә – киң экранлы телевизор. Ике кресло араһындағы йыйылмалы өҫтәлдә Фәнистең ҙур портреты, яуҙаштары менән бергә төшкән фотоһы, сәскә бәйләме һәм генерал Шайморатов ордены урын алған. Орден янында – танытма менән бергә сувенир буш гильзалар. Шунда уҡ ҡаҙаҡ сөйҙә геройҙың хәрби кейеме (пинжәге) эленгән.

Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы менән әлегә кәнәфиҙәрҙә урын алабыҙ. Уртабыҙҙа – Фәнис. Портретта ла, уйҙа ла, хәбәрҙә лә... Уны мәңгелек йортона һалыуҙарына ла бер аҙна ғына. Был саҡта ҡайғылы әсә менән һөйләшеп китеүе лә еңел түгел. Район хакимиәтенә килергә йыйыныуыбыҙҙы әйткәс, хакимиәт башлығы урынбаҫары Әлфиә Урал ҡыҙы Шәйнурова, был ҡайғы әсәнең дә, беҙҙең йөрәктә лә яра булып мәңгегә ҡалды инде, нишләйһең, Фәриҙә апай бер аҙ аяҡҡа баҫты, киреһенсә, килегеҙ, һөйләшеп һағышын таратыр, исмаһам, тип бер аҙ күңелде тынысландырғайны, шуға үҙемде ҡыйыуыраҡ тотам. Өйҙә Фәриҙә апайҙан тыш Фәнистең тәүге уҡытыусыһы ла бар ине. Журналист килә, тип хәбәр иткәс, ул район үҙәгенән килеп еткән. Телевизор янында кабель үткәреп йөрөгән махсус кейемдәге ике-өс егет күренә. Беҙ һөйләшкән арала ауыл хакимиәтенән дә килеп хәлдәрҙе һорашып киттеләр. Күршеләре, таныштары инде. Бар йәһәттән өй мыжғып торҙо. Сабыр һәм аҡыллы ҡатын ине яңы танышым, бәргеләнмәй, теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла тартылмай, сәбә­ләнмәй һәр һорауға ипле, һәр үтенескә тыныс ҡына яуап биреп торҙо. Беҙҙең һөйләшеү шуға йәнле лә, бер үк ваҡытта үтә һағышлы ла булып китте.

Фәнис – тамырҙары менән ошо ауылдан. Яңы Ҡайпандан.

– Сабый сағынан уҡ теремек бул­ды, ун айҙа атлап китте. Өс йәш­тән үк, әней, әйҙә бергә эшләй­беҙ, ти торғайны. Теле иртә һәм асыҡ сыҡты. Йәше менән шулай иртә өлгөрә барҙы. Етеҙ ине. Беренсе кластан бында уҡыны, – тип әйтеп ҡуйҙы әсә. – Уға өс йәштә саҡта Пермь өлкәһе Барҙа райо­нына кейәүгә сығып киттем. Улым да үҙем менән инде, тик ул Яңы Ҡайпанды һағынып бер булды. Олатай-өләсәйгә ҡайтам, тиер ҙә торор ине. Шуға мәктәпкә бында барҙы, ә 5–9-сы кластарҙа Барҙала уҡыны. Каникулдарҙа осоп бында ҡайтты. Уйнап-көлөргә яратты. Күңелде күтәрергә тырышты, һәр саҡ, юҡтан ғына шаян һүҙ табып, көлдөрөргә маһир ине лә...

Ҡапыл әсә битен ҡаплап илап ебәрҙе. Шаян улын күҙ алдына килтерҙеме, әллә үткән ваҡытта “ине” тип һөйләүенән тамағына әсе төйөр килеп тығылдымы... Ҡыйын ине. Шоколад тотоп донъяһын онотоп йөрөгән ейәнсәре һиҫкәнеп китте лә ҡапыл өләсәһенә килеп һыйынды. Тәтәй генә ҡулдары менән ҡосаҡланы, илама, тип битен һыйпап-һыйпап алды. Үҙемдең дә тамаҡҡа төйөр килеп тығылды. Өләсәһе сабыйҙы ҡосағына алып тынып ҡалды ла тешен ҡыҫып:

– Атаһы ла, әнкәү, илама, зинһар, тип тыя ине, ҡыҙы ла, уға оҡшап, илағанды яратмай, – тине.

– Фәнистең ҡыҙымы?

Әсә башын һелкте.

– Эйе, Әминә. Исемде лә үҙе яратып ҡушты. Улым тыуһа, Таһир тип ҡушасаҡмын, тигән була ине.

Нисек кенә сәйер булмаһын, миңә бер сама рәхәт булып китте. Йәшләй генә ҡатын-ҡыҙ наҙын да тоймай, сабый ҙа һөймәй киттеме икән был егет, тип уйлағайным килгәндә, баҡһаң, уның дауамы, уның ҡаны бына алдымда йүгереп йөрөй. Тимәк, киләсәге бар, юҡҡа ғына ут эсенә инмәгән, тим.

– Нисектер иртә китерен белдеме икән улығыҙ? – ауыр булһа ла һорамайса булдыра алмайым.

– Ноябрҙә өс-дүрт көнгә машина яллап Әсәләр көнө менән мине ҡотлайым тип ҡайтҡанында, әней, барыһына әҙер бул, – тағы түгелеп илай, – донъя хәлен кем белгән, минең маңлайға ни яҙылған, шуны үтәрбеҙ инде, тип әйтте, – һүҙҙәрен йөрәгенән һығып сығара әсә. – Балам, барма әле, тип тә әйтеп ҡараным, әнеү, мин мужик, улды өйҙә ятыр өсөн таптыңмы ни, мин һине лә, ҡыҙымды ла һаҡларға тейеш, тине.

Үҙе лә махсус операцияла бул­ған Илгиз Солтанморатов атлы затлы уҙаманыбыҙ Фәнис Хөсәйенов менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә төшөрә шул осорҙа. Унда яугир, ысынлап та, мине әсәм өйҙә ятыр өсөн тапмаған, тип яуап бирә лә шул.

Илап һөйләгән өләсәһе янынан ейәнсәре һис китмәй, тыныс ҡына өләсәһенә һыйынып тик тора. Күрәһең, был һуңғы көндәрҙә уларҙың тормошонда ауыр хәл булғанын ул күреп, сабый аҡылы менән аңлай, тоя торғандыр.

– Ул бер нәмәнән дә ҡурҡманы, – тине әсә улы хаҡында.

– Нисек аңларға быны, әйтәйек, бала саҡтан ҡараңғынан ҡурҡаһың.

– Юҡ, юҡ, бер нәмәнән дә ҡурҡманы. Үҙе яңғыҙы сығып китә ине, йөрөп ҡайта ине.

4-5 йәштәрендә Фәнис магазинға тиклем барып етә. Ә ара бик йыраҡ – 1-1,5 саҡрым барҙыр, һуңынан ул юлды үтеп, Әминәгә күстәнәстәр барып алып килгәндән үҙем дә беләм хәҙер. Һатыусы кәштәһенә үрелеп тә буйы етмәгән малайҙың кибеткә тиклем килеп етеүе бер хәл әле, зирәклеген, тәүәккәллеген әйт, апа, дәфтәргә яҙ, өләсәй (улар телендә инәүкәй) кәнфит, тәмле һыу бирһен, тине, тип һөйләшеп, аҙыҡ-түлек тейәп, пакетын һөйрәп тигәндәй ҡайтып китә.

– Тәҙрәнән ҡарап торам, ҡайтып килә был. Ике ҡулы менән пакетын һығып тотҡан, шыр тир. Ҡайҙан алдың, балам, тим. Магазинға барҙым да яҙҙырып алдым, ти. – Әсә беренсегә бер аҙ йылмая бирҙе. – Нисек бирҙе, тип һорайым. Мин – Фәриҙәнең малайы, тип әйттем, ти. Аҡсаң бар инеме һуң? Апа, дәфтәреңә яҙып ҡуй әле, тип әйттем, ти. Шулай күтәреп ҡайтып килә. Һуңынан өйрәнһен тип, тинлек аҡса йыябыҙ ҙа, улым, икмәккә нисә тин аҡса кәрәк, һанап ал әле, тим. Һанап ала ла үҙенсә китә. Пакетҡа икмәк һалып ҡайта.

Зирәк тә була малай. Беренсе класҡа барғанда өләсәһе Ирада Ғәли ҡыҙы менән “Әлифба”ны өйрәнгән, хәрефтәрҙе танып белә. Фәнис бәләкәйҙән олатай-өләсәһе янында үҫә. Уларға ул терәк тә, тормоштарына бер биҙәк тә була. Мал ҡарарға, ат менеп сабырға ярата. Олатаһының салғыһын тотоп, дәүәтәй, мин дә сабайым әле, тип маҙаһына тейә. Олатаһы, йәрәхәтләнеп ҡуйырһың, тип тыйһа ла, еңмешләнеп тотона, сабырға өйрәнә. Артта ғына ҙур быуа, йәй буйы рәхәтләнеп һыу инеп, балыҡ ҡармаҡларға йәтеш. Ул һәр нәмәгә дәртле була, “тиктормаҫ” тиҙәр ундайҙарҙы. Һәр кемгә, ҡулынан киләме-юҡмы, ярҙамға ашығып, атлығып ҡына тора.

– Ҡулға берәй нәмә алһаң, ул да ҡалҡына, ярҙам иткеһе килә. Эшләгеһе килә. Мин бәләкәй, мин булдыра алмайым, тигән һүҙе булманы уның. Әүҙем булды, оялыуҙы ла, ҡурҡыуҙы ла белмәне.

Бәләкәй сағында һуғыш уйынын яратҡан. Берәй ботаҡлы ағасты тотоп алған да, мин шулай атышып йөрөйөм, тох-тох итәм тип, йәше­неп, шыуышып атыш уйнаған. Бар­ҙанан ҡайтыу менән иптәштәрен эҙләп сығып китә. Окоптар эшләп иптәштәре менән мәж киләләр. Һуңынан ошо уйындары ысынға әйләнер тип ул саҡта кем уйлаған.

– Махсус операцияға нисек юлланды?

– 26 июндә китте СВО-ға. Беренсе киткәндә һөйләшеп ултырҙыҡ   – әсә бер аҙ теремекләнде, иламай, ейәнсәре шым ғына иҙәндә таралып ятҡан уйынсыҡтары янына барып ултырҙы, егеттәр артыҡ шауламай телевизор менән булыша. – Әнекәү, ситкә эшкә китәм, тине тәүҙә, улай-былай утлы хеҙмәткә алыуҙары ла бар, тип ысҡындырҙы. Унда бармайым, тип әйт, мин һине мине ҡарар өсөн таптым, һуғышҡа ебәрер өсөн тапманым, эш күп бында ла, тинем. Ярай, әнекәү, тине. Шунда һөйләшеп ултырғанда, минең менән бер-бер хәл булһа, эштә төрлө хәлдәр була, юлда машина төрттөрөп китеүе лә бар, тик ошо өйҙө ташлама, тине. Ошо өйҙө ташлама, зинһар, тине.

Шул мәлдә һағайып китә Фәриҙә апай. Ә Фәнис тураһын әйтмәй, үҙенсә әсә йөрәген һаҡлауы буламы. Элек тә уның ситкә сығып эшләп килгән саҡтары була. Улын оҙатҡас та аңлай Фәриҙә апай. Ләкин унда ла ысын атыш, яу ҡыры тип күҙ алдына килтермәй әле ул. Һуңынан сентябрҙә улы әйләнеп ҡайтҡас ҡына...

 - Мөнир ҠУНАФИН

(Дауамы бар).

Читайте нас: