Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Апрель 2023, 14:00

Иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Һалдаттарыбыҙ беҙҙең уларҙың хаҡында хәстәрләүҙе, ҡылған доғаларыбыҙ турендә булыуҙары тураһында белергә тейеш

Иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Учалы районының Рысай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы активистары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға 280 блиндаж шәме ебәрҙе. Был изге эште тормошҡа ашырыуҙа Рысай ауылы халҡы парафин алыуҙа финанс ярҙамы күрһәтте. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ҡалай һауыттарҙы тултырыу маҡсатында ҡатырға киҫәктәре килтерҙе.
Әйткәндәй, бер блиндаж шәме бер туҡтауһыҙ 4-6 сәғәт яна, сағыштырмаса алғанда бер газ баллоны 15-30 минутҡа етә. Был шәмде һүндереп кире ҡабыҙырға мөмкин, ел ваҡытында ла яныуын дауам итә, ямғырҙа ла һыуланмай, шулай уҡ палатка эсен йылытырға, һыуыҡта йылынырға, кейем киптерергә, аш-һыу әҙерләргә мөмкин.
Һалдаттарыбыҙ беҙҙең уларҙың хаҡында хәстәрләүҙе, ҡылған доғаларыбыҙ турендә булыуҙары тураһында белергә тейеш. Ошо шәмдәр менән үҙебеҙҙең күңел йылыһын да ебәрәбеҙ. Бөгөн һуғыш яланында булған һәр ҡаһармандың тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ!

Автор: Алсу Аглиуллина
Читайте нас