Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Апрель 2023, 22:30

Күңелдәр хискә тулды...

 Хәйбуллалар ҙа үҙ яугирҙәрен ҡаршыланы!

Күңелдәр хискә тулды...
Күңелдәр хискә тулды...

Бөгөн республиканың күп ҡала һәм райондарында шатлыҡлы ваҡиға: махсус хәрби операция зонаһынан яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтты.

Һәр ерҙә уларҙы тантаналы рәүештә йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар. Хәйбуллалар ҙа үҙҙәренең батыр ир-егеттәрен ҡаршыланы. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яугирҙәр ҡаршылау мәлендәге фотолары менән уртаҡлаша.

"Бөгөнгө ҡояшлы ял көнөндә махсус хәрби операция зонаһынан бер төркөм хәйбуллалар тыуған яҡтарына ҡайтты. Уларға ике аҙналыҡ ял ил Президенты ҡарары нигеҙендә бирелде. Уларҙың йөҙҙәрендәге оҙайлы юлдағы арыу-талыу үҙҙәренең яҡындарын һәм туғандарын күреү менән шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Батыр яҡташтарыбыҙҙы район хакимиәте бинаһы алдында ҡаршыланыҡ. Барыһының да йөҙҙәрендә һағыш һәм бәхет. Күңелдәр хистәргә тула. Беҙ үҙебеҙҙең яугирҙәр өсөн бик шатбыҙ, улар өсөн борсолабыҙ. Улар иңдәренә төшкән бурысты тулыһынса намыҫ менән үтәй, беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуҙары менән бик шатбыҙ. Барлыҡ егеттәргә лә матур ялдар теләйем", -тип яҙған Рөстәм Шәрипов.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 

Күңелдәр хискә тулды...
Күңелдәр хискә тулды...
Күңелдәр хискә тулды...
Күңелдәр хискә тулды...
Күңелдәр хискә тулды...
Күңелдәр хискә тулды...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: