Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Апрель 2023, 16:00

Амангилделәрҙән күсмә мунса

Әбйәлил районының Амангилде ауылы халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә күсмә мунса ебәргән

Амангилделәрҙән күсмә мунса
Амангилделәрҙән күсмә мунса

Сараны ойоштороусы һәм уның төп бағыусыһы – эшҡыуар, ауыл биләмәһе депутаты Рамаҙан Шаһыбалов хәбәр итеүенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алғы һыҙыҡта торған яугирҙәрҙең заказы буйынса мунса эшләгәндәр.

"АЛЬЯНС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бөтә хеҙмәт коллективы (Әсхәл Ямалов, Илнур Дауышев, Мирйән Ғәниев, Илнур Мостафин, Рәфҡәт Бикмаев, Ғимран Шәкиров һ.б) төҙөлөштә әүҙем ҡатнаша, изге эшкә ауылдың битараф булмаған халҡы ла ихлас ҡушылған. Асҡар ағас эшкәртеү цехы етәксеһе Әхәт Хисмәтов ишек һәм тәҙрә биргән. Ҡыйыҡ материалдарын Магнитогорск ҡалаһының профнастил заводынан ташлама менән һатып алғандар. Арсен Ғәниев кер йыуыу машинаһы һатып алған. Бөтә кәрәкле мунса кәрәк-яраҡтары – һауыттар, миндек һ.б. тейәлгән йөктө Сыбаркүлдән сыҡҡан ылауға тағып алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәргә ебәргәндәр. Танк йә БТР-ға тағып йөрөр өсөн махсуслаштырып эшләнгән мунса тәғәйенләнгән урынға барып еткән.

Изге Рамаҙан айында ысын ир-атҡа лайыҡлы эш эшләгән егеттәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. "АЛЬЯНС" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә, ваҡыт, көс тапҡан, балаларыбыҙ өсөн ғаилә бюджетынан аҡса бүлгән бөтә амангилделәргә рәхмәт. Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ, ул һалдаттарға бик кәрәк һәм мөһим!

Рамаҙан Шаһыбалов фото һәм видеоһы

 

Амангилделәрҙән күсмә мунса
Амангилделәрҙән күсмә мунса
Амангилделәрҙән күсмә мунса
Амангилделәрҙән күсмә мунса
Амангилделәрҙән күсмә мунса
Амангилделәрҙән күсмә мунса
Амангилделәрҙән күсмә мунса
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: