Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса Дәүләт фонды булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙ фекерен яҙҙы.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды бурыстары – махсус хәрби операция ветерандарына һәм 2014 йылдан алып Донбасстағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү. Фондтың төп маҡсатының береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына лайыҡлы тормош һәм әүҙем эшмәкәрлекте тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу.
Илдең һәр төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, төбәк бүлексәһе булдырыласаҡ, унда социаль, медицина һәм йәмәғәт проекттары йүнәлештәре буйынса өс блок буласаҡ. Йыйылған тәжрибәне иҫәпкә алып төбәк үҙәктәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы туплау үҙәгенә әйләнәсәк.
Үҙәктәрҙә медицина ярҙамы мәсьәләләре, инвалид булғандарҙы реабилитация саралары һәм протез менән тәьмин итеү, махсус психолого-терапевтик консультациялар күрһәтеү эше торасаҡ. Уларҙы уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу, спортҡа һәм патриотик тәрбиәгә бәйле проекттарға йәлеп итеүҙә ярҙам кәрәк.
Яңы фонд ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында һүҙҙә генә түгел, ә эш менән хәстәрлек күрһәтәсәк. Был дәүләттең үҙ һаҡсыларына хәстәрлеге тураһында һөйләй", - тип яяҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".