Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
4 Апрель 2023, 20:00

"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы маскировкалау селтәре эшләүҙе ойошторған. Уны улар яңыса алым ҡулланып үрә.

"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"
"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"

Яҙ етеү менән махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәр өсөн яу яланында техниканы ҡаплау һәм башҡа нәмәне йәшереү маҡсатында махсус япма йәиһә маскировкалау селтәре талап ителә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, төрлө туҡыманан таҫмалар үреп эшләнгән махсус япма бер нисә тапҡыр яугирҙәргә оҙатылды. Был изге эштән Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективы ла ситтә ҡалмаған. Улар февраль айында маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса акция иғлан итә.

Музей директоры Альбина Ярмуллина белдереүенсә, тәүгеләрҙән булып акцияға ҡаланың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, инәйҙәр ҡушылған, шулай уҡ "Теремок" балалар баҡсаһы коллективы ла ситтә ҡалмаған.

- Беҙҙең акцияға битараф булмаған һәм ярҙам күрһәткән яҡташтарға оло рәхмәтемде белдерәм. Музейҙа маскировкалау селтәре үреү буйынса майҙансыҡ булдырҙыҡ, теләгән һәр кеше был эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Туғыҙ үрелгән маскировкалау селтәрен гуманитар ярҙам менән яугирҙәргә ебәрҙек. Әле тағы ике бик ҙур селтәр әҙер. Акцияға тотош йорттан ҡушылыусылар бар, Фәрхетдин Моратов етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар йорт подвалында селтәр үрә, был юлы улар эште яңы ысул менән башҡарған. Хәҙер яңы селтәр үлән (травка) пряжаһы менән эшләнелә. Яҙ көнө был бигерәк тә уңайлы, снайперҙар өсөн яҡшы буласаҡ, ти уны үреүселәр. Тағы ла өс ҙур маскировкалау селтәре әҙер, тиҙҙән яугирҙәр янына гуманитар ылау оҙатылһа, беҙҙең күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған эштәребеҙ ҙә яҡташтарыбыҙ янына барып етер, -ти музей директоры Альбина Зөфәр ҡыҙы.

Изге эшкә ҡушылыусыларҙың туғандары һәм улдары ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша, шуға күрә һәр кем Еңеү өсөн, ир-егеттәребеҙең тиҙерәк тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуы өсөн тырыша.

Фото: Альбина Ярмуллина.

"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"
"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"
"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"
"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"
"Күңел һәм йөрәк йылыбыҙ һалынған"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: