Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
4 Апрель 2023, 10:00

"Әней, һаумы, хәлең нисек?"

Иҫән йөрө балам, һау бул, тине, әммә улы был һүҙҙәрҙе ишетмәне. Эй-й, 23 секунд ҡына һөйләште, тип күҙҙәренән йәш бөрсөктәре тәгәрәне апайҙың...

"Әней, һаумы, хәлең нисек?"
"Әней, һаумы, хәлең нисек?"

Бер ҡатын-ҡыҙ яҙа:

"Троллейбустамын, янымда бер апай ултыра. Барыһы ла телефонға текәлгән. Бер ваҡыт апайҙың телефоны шылтыраны, ул ҡабаланып сумкаһын аса башланы, унан:

- Әү, балам! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.

- Әней, һаумы, хәлең нисек? Мин йүгерҙем, оҙаҡ һөйләшергә ярамай, һау бул, - тине лә бәйләнеш өҙөлдө.

- Иҫән йөрө, балам, һау бул, - тине апай, әммә улы был һүҙҙәрҙе ишетмәне. - Эй-й, 23 секунд ҡына һөйләште, - тип күҙҙәренән йәш бөрсөктәре тәгәрәне апайҙың...

"Апай, улығыҙ иҫән-имен ҡайтһын, ҡайтҡас, туйғансы һөйләшерһегеҙ", тигәс:

- Тиҙерәк туҡтаһын инде был афәт, иң мөһиме иҫән-һау ғына ҡайтһын бер бөртөк улым, - тип ауыр һулап ҡуйҙы ул".

Ғинуар айында булған был хәлдең аҙағы ла бар. 

"Бер көн магазинда йөрөйөм.

- Әней, кил әле бында, - тигән тауышҡа әйләнеп ҡараным, сөнки ҡала ерендә "әсәй" тип өндәшкән балалар һирәк. Ҡараһам, оҙон буйлы, матур кәүҙәле ҡара ғына башҡорт егете баҫып тора. Әсәһе теге ваҡыт троллейбуста янымда ултырған ҡатын ине.

- Улығыҙ мәллә? - тинем.

- Эйе, улым ике аҙнаға отпускыға ҡайтты, - тине, йылмайып әсә.

- Тағы бараһығыҙмы? - тип егеткә ҡараным.

- Эй-й, өйгә ҡайтҡас, барғы килмәй, тик барырға кәрәк инде, - тине ул, көрһөнеп. Егеттең йөҙөндә һағыш ҡатыш шатлыҡ ине.

- Һау булығыҙ, иҫән-һау йөрөгөҙ, - тип һаубуллашыуыма "рәхмәт" тип йылмайҙы егет".

Фото: https://vk.com/wall-83536483_61256

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-39371288_4909081%2F39ff9b02e041a01537

https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-39371288_4978410%2F92101ff0b7bf1c5c9a

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: